Дөйөм мәҡәләләр
12 Марта 2019, 06:32

Достоевский геройҙары – беҙҙең арала. Раскольниковтың енәйәте мәңге йәшәрме?

Аҡса мәсьәләһе һәр ваҡыт мөһим буласаҡ. Байҙар бурысҡа бирә, етмәһә, риба, йәғни, проценттар талап итә. Мосолман донъяһында иң хилаф эштәрҙең береһе һанала.

Добавить в предпочтительные источники Google
Белорет ҡалаһында 75 йәшлек бер ҡарсыҡ ошондай игелекһеҙ эш менән шөғөлләнгән. Уның был хеҙмәте менән файҙаланыусылар табылып торған.
25 йәшлек Ҡаф тау аръяғы егете был хаҡта ишеткеләгән һәм ҡарсыҡ миллиондар менән менән эш итәлер, тип өмөтләнгән. Егет ҡарсыҡты үлтерә һәм 70 мең һум табышҡа эйә була.
Суд Ҡаф тау егетен ғәйепле тип таба, оҙаҡламай уға иркенән мәхрүм итеү ваҡыты билдәләнәсәк.

Фото: sobkor02.ru сайтынан алынды.

Читайте нас