Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
12 Март 2019, 11:13

Бөгөн Мәскәүҙә Владимир Этушты ерләйәсәктәр. Мәшһүр актер бер нисә ай элек үҙенә ҡәбер һайлап ҡуйған.

Был донъяла мәңге йәшәр һымаҡ тойолған кешеләр бар. Шуларҙың береһе Владимир Этуш 97-се йәшендә был донъяны ҡалдырҙы. Ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем сәхнәнән төшмәгән актер үҙенең сағыу образдары менән беҙҙең арала мәңге йәшәйәсәк.

Былтыр инсульт кисергән актер үҙенең көндәренең һанаулы ҡалғанын һиҙгән, күрәһең, бер нисә ай элек Новодевичье зыяратында күмеү урынын һәм ҡәбер өҫтөнә ҡуйыласаҡ ташты һайлап ҡуя. Әйҙәгеҙ, бер минут тын ҡалып, ул уйнаған геройҙарҙы, актер бүләк иткән күңелле минуттарҙы иҫкә алайыҡ.


Фотолар: topspb.tv, ru.newsbot.press, hk.katoysha.tv сайттарынан.
Читайте нас в