Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
7 Март 2019, 11:04

Алты сәғәт ҡалды. Оҙаҡламай бәхетлеләрҙе беләсәкбеҙ.

13 февралдә башланған уйыныбыҙ, ниһәйәт, аҙағына етеп килә. Ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт. Әлегә 4200 кеше “лайыҡ” ҡуйған, ике меңдән ашыу – репост ҡылған. 157 меңдән ашыу интернет ҡулланыусы уйыныбыҙға күҙ һалған. Тимәк, беҙҙең уйыныбыҙ хаҡында бихисап кеше белә.

Иғтибар! Бөгөн 13:00 сәғәттә уйынды ваҡытлыса ябабыҙ һәм шарттарҙы үтәүселәрҙе иҫәпләй башлайбыҙ. Ни өсөн ваҡытлыса, сөнки уйын әлеге ҡатншыусылар менән берлектә 11 марттан яңынан дауам итәсәк. Был хаҡта ентекләберәк яҙырбыҙ.
Нимәгә иғтибар иттек, уйында көслө зат бик аҙ ҡатнашты. Хатта бармаҡ менән һанарлыҡ. Ни хәл итәһең, ирҙәр бушамайҙыр, ғаилә өсөн аҡса эшләйҙер, тип өмөт итәйек. Ҡатнашыусылар һуңғы көндәрҙә әүҙемлек күрһәтә. “Лайыҡ” ҡуйыусыларҙың, “репост” ҡылыусыларҙың өстән бере, тип әйтерлек, һуңғы көндәргә тура килә.
Һеҙгә нисектер, уйын, һеҙҙең менән көн һайын аралашыу беҙгә оҡшаны. Бәйләнештәр артабан да дауам итһен.
Уңыштар һеҙгә!
15:00 сәғәткә тиклем хушлашабыҙ.

Читайте нас: