Һүҙ ыңғайы, айнытҡыстар эскелеккә ҡаршы көрәшәсәк тип аңлағандар шыпа хаталана. Сөнки, уларҙың маҡсаты һәм тәғәйенләнеше киңерәк. Бер яҡтан, машиналар иҫеректәрҙе туңып үлмәһендәр тип йыя, икенсенән, урамдарҙы ярҙам көтөп ятҡандарҙан таҙарта. Маҡсат изге, ни хәл итәйек, бер төркөм граждандар бындай ҡотҡарыуға йыш ҡына мохтаж.
Түләү хаҡында иҫкә төшөргәйнек. Борсолмайыҡ, беҙ түләрлек булыр һымаҡ. Ә
бына аванс, расчет һымаҡ күңелле көндәрҙә айнытҡыс хеҙмәткәрҙәренең айырыуса
дәртләнеп, ҡорбан эҙләгән йыртҡыс ҡомары менән эшләргә яратыуҙарын онотмайыҡ.
Һәр хәлдә, айныҡ кеше кеҫәһен аҡсанан таҙартырға юл ҡуймаясаҡ, һеҙҙе ап-айныҡ килеш
айнытҡысҡа илтеп япмаҫтар, тип өмөт итәйек.