Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
6 Март 2019, 10:29

“Беренсе республика” киң экранға сыҡты. Был нәфис фильм һеҙгә оҡшаясаҡ.

Кисә режиссер Булат Йосопов төшөргән Башҡортостан Автономияһының 100 йыллығына арналған “Беренсе республика” исемле фильмы тәүге тапҡыр айырым тамашасыларға күрһәтелде.

Фильм милли-профессиональ башҡорт сәнғәтенә нигеҙ һалыусыларҙың 30-сы йылдарҙағы аяныслы яҙмышына арналыуы менән күңелгә яҡын һәм ҡәҙерле. Һоҡландырғыс дәрт, илһамлы ижад, тормошҡа һөйөү менән аяҡ баҫа улар яңы тормошҡа. Һөҙөмтәлә, үҙҙәре үк яулап алған системаның ҡорбанына әүерелә. Бәлки, беҙҙең 100 йыллыҡ данлы тарихыбыҙ ҡара биттәрҙән генә тормаған, тип шик белдереүсе табылыр. Уларға беҙ фильмды ҡарарға һәм йөрәктәре аша кисерергә тәҡдим итәбеҙ.
Күрегеҙсе, ниндәй шәхестәр булған! Ғәзиз Әлмөхәмәтов, Ғабдулла Амантай, Дауыт Юлтый, Һәҙиә һәм Ғөбәй Дәүләтшиндар, Мәкәрим Мәһәҙиев һ.б.
Фильмда ваҡыт-ваҡыт Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың “Сайҡалалар кәмәләр” йыры ишетелә һәм шул осорҙоң хәүефле һулышы, ҡотолғоһоҙ һәләкәт тойғоһо солғап ала.
Фильмдың сценарий авторҙары – Таңсулпан Бабичева менән Гөлсәсәк Саламатова – бик ҙур, ҡатмарлы эш башҡарған. Ваҡиғаларҙы “Башҡортостан” гәзитенең шул осорҙағы баш мөхәррире Ҡасим Аҙнабаев яҙмышы аша һүрәтләү уңышлы килеп сыҡҡан.
Фильмдың премьераһы 16 мартта “Башҡортостан” дәүләт концерт залында буласаҡ, прокатҡа 17 марттан сығасаҡ.
Читайте нас: