Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
5 Март 2019, 10:22

Ысынлап та, “пирамида”лар мәңгелек икән. 63 йәшлек бик йылғыр ханым ете йылда 113 миллион һум аҡсаны һеңдергән.

Беҙҙең халыҡ, икмәк һатып алырға булһа, иң арзанлыһын эҙләй, гәзит-журналға яҙылырға һораһаң, аҡса юҡлыҡҡа һылтана, ә бына 6-30 процент килем вәғәҙә итһәң, миллиондарын сығарып һалырға әҙер. Ни хәл итәһең, коммунизмда йәшәргә тейеш быуын инек бит беҙ. Үтә йылғырҙар бының менән бик оҫта файҙалана.

Нефтекаманан бер ханым 222 кешенән 113 миллион һум аҡса йыйып, бер-бер артлы ете фирма ойошторған, аҡсаларҙы әүеш-тәүеш иткән, Нефтекама, Яңауыл, Ағиҙел ҡалаларында береһенән-береһе текәрәк офистар асып, халыҡтың тамам һушын алған, хатта тегеләр аҡсаларҙы нисек сығарып һалғандарын әле лә хәтерләмәй.
Эйе, ханым бик йылғыр булған, үҙенә күсемһеҙ милек, затлы автомобилдәр
һатып алған, нәҫел-ырыуын да онотмағандыр, ярҙам иткәндер. Юғиһә, ул саҡлы
миллиондарҙы нисек үҙләштереп бөтмәк кәрәк. Хәҙер аҡсаларҙың яҙмышы менән
тикшереү органдары шөғөлләнә. Пенсионер ханымдан нимә алаһың инде, яйлап түләр,
бурысын ҡайтарыр. Ҡайҙан булһын, әлбиттә, пенсияһынан.
Читайте нас: