Күптән түгел бер төркөм уҡыу алдынғылары Рәсәй Хөкүмәте стипендияһына лайыҡ булһа, ошо көндәрҙә йәнә дүрт студент Башҡортостан Башлығы стипендиаты тип танылды. Улар - хоҡуҡ һәм иҡтисад факультетынан Камилла Кейекбаева, Роза Мортазина, педагогика факультетынан Илдус Ҡасҡынбаев менән Динара Йәрмөхәмәтова. Был студенттар уҡыуҙа ла, институттың йәмәғәт эшендә лә актив ҡатнашалар.