Ҡатын-ҡыҙ рәхәт йәшәй, тип иҫәпләгәндәр тупаҫ хаталана. Сөнки, бөгөн улар хеҙмәт ресурстарының яртыһын биләй, ә бына һаулыҡ һаҡлау, мәғариф өлкәһендә 80-82 процент урынды алып тора. Был тармаҡтарҙа эш еңел булһа, ир-ат күберәк күренер ине.
Ирҙәр затының кәмеүгә йүнәлеше аңлатыу талап итә. Сәбәптәре төрлө. Мәҫәлән, улар тормош һынылыштарына тиҙ бирешә, яңы шарттарға яраҡлаша алмай, үҙ урынын ауырлыҡ менән таба һ.б. Ир-егеттәрҙең йәшәйеше тағы ла ауырыраҡ булыр ине, әгәр уларға ҡатын-ҡыҙҙар ныҡлы таяныс булмаһа, ирҙәрҙе хеҙмәткә, еңеүҙәргә, тормошҡа рухландырып тормаһа.
Яҡынлашып килгән ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән, гүзәл заттарыбыҙ!