“Салауат Юлаев” ҡыш буйы илке-һалҡы уйнағандан һуң “Металлург” менән тиңдәшһеҙ көрәште дауам итә. Беҙҙең егеттәрҙең еңәрлеге бар, әлегә иҫәп 2:2. Дөрөҫөн әйткәндә, беҙҙең команда күршеләрҙекенә ҡарағанда урыны менән көслөрәк тә күренә.
Быйыл республикабыҙға 100 йыл, көҙгә Башлыҡ һайлайбыҙ, командабыҙҙың еңеүе беҙгә ифрат ҙур һәм баһалап бөткөһөҙ абруй өҫтәр ине.
Беҙҙең сәкән оҫталары еңһен өсөн бөтә шарттар ҙа бар, ныҡышмалылыҡ һәм оҫталыҡ ҡына етмәй һымаҡ. Йөҙәр миллиондарса һум эш хаҡы түләп кенә еңеүҙе тәьмин итеү мөмкин түгел икән. Бәлки, үҙ Ватаныңдың улы һәм патриоты булырға кәрәктер. Үҙебеҙҙекеләрҙе үҫтерәйек.