Үткән аҙнала үҙҙәренең йәш хеҙмәткәрҙәрен көсләүҙә ғәйепләнгән юғары дәрәжәле өс етәксенең тикшереү изоляторында артабан да ултырасағы билдәле булды. Эшһеҙ дүрт ай төрмә һурпаһын һемергәс, тегеләр таҙарып киткән, хатта үҙҙәрен ышаныслы һәм ҡыйыу тоталар.
Оҙаҡламай улар эргәһенә тағы ла бер полиция майорының өҫтәлеүе бик ихтимал. Уны 23 йәшлек тәфтишсе ҡыҙҙы туҡмауҙа һәм уға тән яралары яһауҙа ғәйепләйҙәр. Белеп булмай, һәр береһен ябып ҡуя һәм ултырта башлаһалар, беҙҙе кем яҡлар һәм һаҡлар икән?
Ни хәл итәйек һуң, беҙ ышанырлыҡ башҡа полиция юҡ бит.