Торлаҡты хеҙмәтләндереүселәр күберәк аяҡ аҫтындағы ҡарҙы таҙартыу һәм ташыу менән мәшғүл. Өй ҡыйыҡтарына ҡулдары етмәй әле. Бәлки, фарман да булмағандыр.
Көн аша бурандар, кисә йылытты, бөгәсә туңдырҙы, иртәгә тағы имшетәсәк. Бындай осраҡта урамға сыҡҡан һәр кеше үҙ йүнен ҡарамаһа, бәләгә тарыуыңды көт тә тор.
Берүк һаҡ булығыҙ, ҡабатлайбыҙ, имен-аман ҡайтығыҙ.