Дөрөҫөн әйткәндә, байрам башланған да инде, ҡайһыларына былтыр уҡ старт бирелгән һәм улар йыл һуҙымында республика һәм район-ҡалалар кимәлендә дауам итәсәк. Атап әйткәндә, 6 мартта үткән “Башҡортостанда тыуғандар” тигән концертта донъя, Рәсәй, Башҡортостан кимәлендә танылыу яулаған яҡташтарыбыҙ, сәхнә оҫталары сығыш яһаясаҡ. 12-13 мартта Мәскәүҙә Федерация Советында Башҡортостан Республикаһы презентацияһы үтәсәк, Дәүләт Думаһы комитеттарында республикабыҙға ҡағылышлы сығыштар яһаласаҡ. 18 мартта режисеер Булат Йосоповтың “Беренсе Республика” фильмының премьераһы көтөлә. Ә инде республикабыҙҙың тыуған көнөндә, йәғни 23 мартта Дәүләт концерт залында Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан тантаналы кисә уҙасаҡ, унда Рәсәй Федерацияһы төбәктәренән, шулай уҡ сит илдәр делегациялары ҡатнашыуы көтөлә. Майҙа асылысаҡ “Туғанлыҡ” төрки театрҙар фестивалендә барлығы 12 спектакль күрһәтеләсәк.
12-15 июндә “Торатау” конгресс-холында Халыҡ-ара фестиваль уҙа. Уның сиктәрендә “Милли кейем”, “Мәргән уҡсы” саралары ойошторола, “Ҡурайсы”, “Арғымаҡ” этнотөркөмдәре сығыш яһай. “Симфония төнө” концертында Асҡар Абдразаҡов, симфоник оркестр сығыш яһай.
Июнь аҙағында V Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы, унан алда башҡорттар күпләп йәшәгән Рәсәй төбәктәрендә лә урындағы ҡоролтайҙар, һабантуйҙар, йәштәр форумдары, спорт ярыштары һ.б. ойоштороу ҡарала.