Ағиҙел
-17 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
28 Февраль 2019, 10:23

Урын бирегеҙ, йәштәр килә. Борай, Ишембай, Асҡын райондарында етәкселәр алышынды.

Райондарҙа һәм ҡалаларҙа хакимиәт башлыҡтарының алышыныуы тәбиғи күренеш, кемдер ялға сыға, икенселәр эш урынын алыштыра. Борай районына хәҙер Рөстәм Әхмәт улы Исхаҡов етәкселек итәсәк. Элекке хакимиәт башлығы Борис Шәрифғәле улы Нурисламов Муниципаль берекмәләр советына етәкселек итәсәк.

Ишембай районы хакимиәте башлығы Марат Хөсәйен улы Ғайсин хаҡлы ялға китте, уның урынында Азамат Фәрит улы Абдрахманов эшләйәсәк.
Асҡын районы хакимиәте башлығы Фларит Фоат улы Усманов та пенсияға китте. Уның урынына Ришат Марат улы Дихин әйләнеп ҡайтты.