Әлеге форумда республиканың ғына түгел, күрше өлкәләрҙең, Рәсәйҙең инвесторҙары һәм бизнесмендары ҡатнашасаҡ, урындағы мөмкинлектәрҙе өйрәнәсәк.
Инвестиция һабантуйы 14-15 июнгә билдәләнгән. Беренсе көндө ул Сибайҙа эшләйәсәк. Ҡала ҡунаҡтарҙы матурланып, сәскәләргә күмелеп, таҙарынып ҡаршыларға бурыслы.
Форум үҙ эсенә бик күп сараларҙы туплаясаҡ. Урал аръяғына инвестициялар һалыу мөмкинлеге, туризмды үҫтереү шарттары өйрәнеләсәк.