Ә һеҙ, хөрмәтле “Ағиҙел” журналы” төркөмөнә яҙылыусылар, әлеге фотоға ентекләп ҡарағыҙ, Радий Фәрит улының һәр хәрәкәтендә күпме көс, дәрт һәм шатлыҡ. Эргәләге малайҙар нисек ҡыуана! Иң бәхетле малайҙар башлыҡтың үҙе менән хоккей аренаһының иң уңайһыҙ тип иҫәпләнгән 4-се ҡатынан беҙҙекеләр өсөн “көйәләр”. Ун сәғәт эсендә фотоны 25 меңләп кеше ҡараған һәм “лайк” ҡуйған. Әйҙәгеҙ, беҙ ҙә уларға ҡушылайыҡ.