Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
28 Февраль 2019, 11:12

Беҙ ғүмерҙең ҡәҙерен белмәйбеҙ. Йәйен батабыҙ, ҡышын янабыҙ, йыл әйләнәһенә машинанан тапалабыҙ.

Былтырғы күрһәткестәр буйынса иң күп ҡорбандар автомобиль һәләкәттәрендә теркәлгән. ЮХХДИ мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 500-ҙән артыҡ кеше юл-транспорт фажиғәләрендә һәләк булған.

Ә йәйгеһен һыу ингәндә батып үлеүселәр һаны 2017 йылда 70 булһа, 2018 йылда – 63 иҫәпләнә. Һуңғы биш йылда 43 бала батып үлгән. Ғибрәтле күҙәтеү, һауа торошо эҫерәк булған һайын, батып үлеүселәр һаны арта бара. Ә температура түбән булһа, киреһенсә, фажиғәләр һаны кәмей.
Янғындарҙа һәләк булыусылар һаны шулай уҡ һауа торошона бәйле икәнлеге күҙәтелә. Температура түбәнәйгән һайын, мейескә нығыраҡ яғалар, электр йылытҡыстарын тоташтыралар, электр линияһында көсөргәнеш арта һәм янғынға сәбәпсе булып тора.
Фажиғәләрҙең йыш ҡабатланыуы тереләр өсөн киҫәтеү булып яңғырай. Бер-берегеҙҙең ҡәҙерен белегеҙ, иҫән-һау, имен-аман йәшәгеҙ.
Читайте нас: