Ә хәҙер уйын шарттарын үтәгәндәр һәм тейешле күләмдә “лайыҡ”тар һәм репостар туплаусылар хаҡында. Әлегә һандар беҙҙе һис тә ҡәнәғәтләндермәй, 20-ләп кенә. Әллә талап юғары, әллә һандар буй етмәҫлек. Эштәр былай барһа, ике телевизорҙы һәм Рәлиф Кинйәбаевтың 20 пар пьесалар китабын үҙ-ара бүлешергә генә ҡала. Ә беҙ иң кәмендә 150-200 ҡатнашыусы көтә, отошто үтә күренмәле, заманса әйтһәк, онлайн ойошторорға самалағайныҡ.
Әле һуң түгел, беҙҙең иҫәп буйынса, ошо көндәрҙә тағы ла иң кәмендә 150-ләп ҡатнашыусыбыҙ уйынға ҡушылып китә һәм уларҙың бәхетлеләренә бүләк көтөргә генә ҡала. Сөнки уларға “лайыҡ”тар һәм репостар йыйырға бик аҙ ғына ҡалған.
Шулай булғас, 200 кешегә ике телевизор, 20 ике томлыҡ пьесалар китабы һеҙҙең отоу мөмкинлеген шыпа арттыра.