БР Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров етенсе урынды биләй. Былтыр октябрь баштарында республика менән етәкселек итә башлаған сәйәсмән өсөн һис тә насар түгел. Радий Фәрит улы республикалағы проблемаларҙы хәл итеү буйынса бик әүҙем эшләй, һәр мәсьәләне үҙе күреп-белеп таныша, етди контролдә тота. Уның тынғыһыҙ эш стилен тармаҡ министрлыҡтарында, ҡала һәм район хакимиәттәрендә үҙләштерергә тырышалар. Бындай эшмәкәрлек үҙ сиратында киләсәктә кешеләрҙең тормошон яҡшыртырға, республикала йәшәйеш өсөн уңайлы шарттар булдырырға тейеш.
Кемдер өсөн республика етәксеһенең автобустарға ултырып ҡарауы, подъездарҙағы ҡот осмалы хәлде үҙенең кереп күреүе, балалар өсөн һөт ризыҡтары таратыу пункты менән танышыуы һәм кәңәшләшергә теләүе ят тойолор. Ғәжәпләнмәйек, иң юғары һәм яуаплы вазифаға талапсан, кешеләргә уңайлы тәртип булдырырға теләгән кеше килде. Ә ыңғай һөҙөмтәләр үҙен көттөрмәҫ.