Рәсәйҙә бөгөн 19 миллион самаһы аҙ тәьмин ителгән (хәйерсе түгел, ләкин фәҡир тип иҫәпләгеҙ) кеше иҫәпләнә, уларҙың күпселеге пенсионерҙар. Үҙегеҙ беләһегеҙ, улар әүҙем тормош алып бара – йүгерә, физзарядка яһай, оҙаҡ йәшәй, төрлө ташламалар талап итә. Дөрөҫ булһа, уларҙы дауаханаларға һалмаҫҡа тырышыу ҙа ярҙам итмәй. Ул ғына ла түгел, иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем һуған-ҡыяр, редис, төрлө сәскәләр, алма, сейә-муйыл һ.б. менән сауҙа итеп, “сереп байый”, балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә, ағай-энеләренә фатир, автомобиль, дачалар һатып алырға ярҙам итә. Бынан тыш, бала ҡарап, репетиторлыҡ менән шөғөлләнеп, консьерж, вахтёр, йыйыштырыусы һ.б. сифатында бер тин һалым түләмәй, дәүләт ҡаҙнаһын тырнанырға мәжбүр итә.
ситтәрендә, бәләкәй баҙарҙарҙа редис, һуған, салат япраҡтары һатып ултырған