Хәҙер бөтөнләй икенсе күренеш. Элекке вице-премьер һәм финанс министры Айрат Ғәскәровты ғына алайыҡ. Яңыраҡ ул яуаплы эшкә – “Росспиртпром” акционерҙар йәмғиәте етәксеһе вазифаһына тәғәйенләнде. Икенсе миҫал: шулай уҡ элекке вице-премьер, төҙөлөш тармағы өсөн яуаплы Хәмит Мәүлийәров Рәсәй Хөкүмәте эргәһендә ойошторолған “Милли-мәҙәни мираҫ” фондына етәкселек итәсәк һәм мәҙәниәткә ҡараған 120 миллиард һумлыҡ төҙөлөш эштәрен тормошҡа ашырасаҡ. Путин проекты тип аталған был киң тармаҡлы эште Дәүләт компаниялары туранан-тура финанслаясаҡ. Төҙөлөш эштәре Санкт-Петербург, Калининград, Владивосток, Севастополь, Кемерово ҡалаларында барасаҡ. Әйткәндәй, Хәмит Мәүлийәров РФ Төҙөлөш министры урынбаҫары булып эшләне, Сочи олимпиадаһын төҙөп бөтөүҙә әүҙем ҡатнашты һәм юғары дәүләт наградаһына лайыҡ булды. Тик был хаҡта Башҡортостан халҡы белмәй ҡалды.