Ағиҙел
0 °С
Болотло
ӘҘӘБИӘТ
ЙӘМҒИӘТ
ӘҘӘБИ ЯҢЫЛЫҠТАР
ВК
ТЕЛЕГРАМ
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
26 Февраль 2019, 11:14
“Һин юҡ... Беҙгә бик ауыр” Учалылағы ҡан ҡойошта иҫән ҡалған Зариф Хилажев мәрхүм ҡатынына мөрәжәғәт итә.
Зариф әле өйөндә. Ошо көндәрҙә Гөлсиәнең һәләк булыуына 40 көн тулды. Ошо айҡанлы атай кеше балаларының әсәһенә “Инстаграм” аша былай тип яҙа: “Бынан ун йыл элек һин минең тормошомдо йәмләп, үҙеңдең матурлығың һәм яңғырауыҡлы тауышың менән килеп ингәйнең. Һинең минеке булырыңды белә инем, тап шулай килеп сыҡты ла. Рәхмәт, ҡәҙерлем, ошо гүзәл йылдар, һоҡландырғыс балалар, түҙемлелегең, минең тормошомдоң мәңге иҫтә ҡалырлыҡ көндәре өсөн... Һин юҡ... Беҙгә бик ауыр. Быға ышанғы килмәй. Ләкин һин минең өсөн һәр ваҡыт эргәмдә ҡаласаҡһың һәм һәр ваҡыт минең менән буласаҡһың, йөрәгем эргәһендә, беҙҙең балаларҙың күҙ алдында. Яратам”.
Зариф Хилажевҡа әле бик оҙаҡ дауаланырға тура киләсәк. Ул ауыр һәм фажиғәле көндәрҙә ярҙам ҡулы һуҙыусыларҙың барыһына ла рәхмәтле.
Читайте нас: