Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
26 Февраль 2019, 11:21

Өфө урамдары ҡарлы... Тик бөтәһенә лә хакимиәт ғәйеплеме?

Гәзитсә һөйләһәк, бөгөн өфөләр ваҡытлы ауырлыҡтар кисерә. Эйе, ҡар яуа. Юлдар ҙа өҙөлөп тора, кәрәкле техника ла етешмәй. Ҡар ғына түгел, уңдан да, һулдан да тәнҡит һүҙҙәре лә яуа. Әллә техника етешмәй, әллә ҡар күп яуа...

Икеһе лә барҙыр, егерме көндә 180 процент айлыҡ норма яуҙы, тип уфтана ҡала башлыҡтары. Мин сығыуға (иртәнге сәғәт алты) мынау ҡарҙы ла көрәп ҡуймағандар, тип зарлана ҡала халҡы.
Әйтерһең дә, былтырғы йылдарҙа ҡар яумаған да, юл ситтәрендә өсәр метрлы көрт өйөлөп ятмаған. Игелекһеҙ халыҡ хәтер насарлығына зарланмай, ҡарһыҙ урамдарҙы уның алдына бөгөн килтереп һал.
Иҫегеҙгә төшөрәм, 2-3 йыл элек тә шундай ҡар яуҙы һәм хәл-ваҡиғалар сәйәси көрсөккә килтерә яҙҙы. Ә быйыл ҡар ҙа яуа, техника ла мыжғып йөрөй, көрттәр ҙә, көрсөк тә юҡ.
Мыжырға ашыҡмайыҡ, юлдарҙы хәлдәренән килгәнсә таҙарталар. Иң мөһиме, ҡар менән көрәшергә берәү ҙә ҡамасауламай. Бына күрерһегеҙ, көндәр оҙая, ҡояш нығыраҡ йылыта, ҡар ҙа юҡ булыр. Аҙ ғына түҙәйек, ҡул осонда ғына яҙһылыуҡай тора.
Аяҡ аҫтындағыһынан түгел, өй, бина өҫтөндәге ҡарҙан ҡурҡырға кәрәк. Бына ишелә башлаясаҡтар. Аҫҡа түгел, өҫкә ҡарап йөрөү ғүмерҙе һаҡлап ҡалмағайы. Баяғы, 180 процент йыйылды, ишелмәй сараһы ла юҡ, берүк үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ.
Хәйерле көндәр һеҙгә!
Читайте нас: