Япониянан билдәле сәйәсмән ләззәт өсөн 2,4 миллион евро, беҙҙең аҡсаға күсерһәк, 178 миллион һум сығарып һалырға риза. Аванс түләнгән, 240 мең евро (17 миллион һум) 23 йәшлек ҡыҙ иҫәбенә күскән.
Осрашыу Германия ҡунаҡханаларынаң береһендә үтәсәк. Ҡыҙ үҙенең сафлығы хаҡында белешмә әҙерләгән, әгәр кәрәк булһа, был эште урындағы табип үҙ күҙҙәре менән (зинһар, ғәфү итегеҙ) раҫларға әҙер.
Мәхбүбәгә был ғына етәме инде, модель киләсәк хаҡында ла ҡайғырта, уға ай һайын 30 мең евро (2,3 миллион һум) аҡса менән тәьмин итерлек йомарт ир кәрәк. Шулай итеп, әсәйгә һөйөү хаҡына төҙөлгән алыш-биреш ябай ғына тән һатыуға әйләнеп китә.
Берүк беҙгә ғәйеп һәм юҡ-бар әйбер ташларға ашыҡмағыҙ. Хәҙерге иркен һәм күп яҡлы донъяла әхлаҡ эҙләүе ауыр, һатып алыусыһы булғас, һатылыусыһы ла табыла инде. Ә беҙгә, матурлыҡ – тауар түгел, тигән хәҡиҡәткә табынып үҫкән халыҡҡа, бындай килешеүҙе ҡабул итеүе ауыр. Борон-борондан ҡатын-ҡыҙҙың төп тәғәйенләнеше – бала табыу, нәҫел ишәйтеү, балаға милли йолаларҙы һеңдереү тип өйрәнгәнбеҙ һәм уларға иң ауыр эштәрҙе йөкмәтәбеҙ. Шулай ҙа, беҙҙеңсә, ҡатын-ҡыҙҙың хаҡы аҡса менән иҫәпләнмәй, ул күпкә юғарыраҡ һәм бейегерәк. Тик был хаҡта ирҙәр ҙә, ҡатындар ҙа белмәй.