Интернеттың мөмкинлектәре ифрат киң һәм ул йүгәнһеҙ тайҙы хәтерләтә. Исемдәргә ышыҡланып, ярым наҙан, баштан-аяҡ шәрә провокацияға ҡоролғандары ла осрап тора.
Әлеге яҙма ла эшһеҙ ҡалған профессионал ҡара пиар оҫтаһы бармаҡтарынан сыҡмағайы, тигән тойғо өҫтөнлөк итә. Сөнки аҙ ғына аҡылы бар, һис юғы, үҙенә хөрмәт тойғоһо һаҡлаған бәндә бындай уҡ түбәнселеккә бармаҫ.
Эт өрһөн, бүре йөрөһөн. Йыл башында “Ағиҙел” һәм “Һәнәк” журналдары редакциялары “Бәйләнештә” сайтындағы “Башҡорт ҡатын-ҡыҙы” төркөмө менән берлектә “Минең тормошомда эскелеккә урын юҡ!” конкурсын иғлан иткәйне. Гонаһ шомлоғо, әллә шуны күреп ҡалдылармы, тип баш ватабыҙ.
Ниндәй генә сирле фекерҙәр һәм
яҙмалар булмаһын, бындайына ғына иғтибар итмәйек. Эскелеккә ҡаршы көрәшмәй
башҡа сарабыҙ юҡ. Уның зыяны хаҡында беҙ артабан да яҙасаҡбыҙ. Иманыбыҙ камил,
был донъя шул тиклем матур, уны эсмәйенсә лә йәшәп була. Әлбиттә, ябай һәм бер
ҡатлы яңғырар, ләкин беҙҙең яҙғандарыбыҙ ихлас һәм ысын күңелдән.