“Беҙ, ысынлап та, туғандаш республикалар. Беҙҙе бәйләгән нәмәләр күп, уртаҡ мәҙәниәт һәм тарих. Ә бер-береңде ярты һүҙҙән аңлаған ваҡытта, шунда уҡ үҙ-ара еңелсә шаяртып алыу теләге барлыҡҡа килә”, – тип һөйләне Радий Хәбиров.
Республика етәксеһенең һүҙҙәренә ҡарағанда, Башҡортостан һәр ваҡыт Татарстан менән күпмелер күләмдә көндәшлек шарттарында булды. Ә был иптәштәрсә ярышыу алға атлау өсөн этәргес булып тора.
Ысынлап та, ике республиканы берләштергән уртаҡлыҡтар байтаҡ. Етәкселәр ҙә халыҡтың тормошон яҡшыртыу өсөн үҙ-ара дуҫтарса ярышып эшләһендәр. Мөнәсәбәттәрҙең дуҫтарса көйләнеүе лә, кәрәк ваҡытта бер-береңә ярҙам итеү ҙә кәрәк.