Хәҙер беҙҙең төп маҡсат – һеҙҙең талаптарға, һеҙҙең зауыҡҡа яуап биреү. Интернет киңлектәрен барлаһаң, йәнең теләгән сайтты табырға була. “Ағиҙел” һәм “Һәнәк” журналдарының сайттары тиңдәр араһында тиң булып, беҙҙең әҙиптәрбеҙҙең әҫәрҙәрен һеҙгә еткерһен, һеҙ уҡып ҡыуанһын, тип тырышабыҙ. Үҙегеҙ беләһегеҙ, хәҙер журналдар һәм китаптар тираждар менән алдыра алмай, ә халыҡты әҙәби әҫәрҙәрҙән мәхрүм итке килмәй. Әйҙәгеҙ, матурлыҡ донъяһында киләсәктә лә бергә булайыҡ.