Былар барыһы ла халыҡ көткән, күпселек ишетергә теләгән һүҙҙәр. В. В. Путиндың сығышында яңғыраған тәҡдимдәр ифрат ваҡытлы ишетелде. Әлбиттә, Президенттың Хөкүмәткә күрһәтмәләре һәм тәҡдимдәре байтаҡ ҡына финанс сығымдары талап итәсәк. Президент һөйләгәндә, айырыуса, аҡса, өҫтәмә түләүҙәр тураһында һүҙ сыҡҡанда, операторҙар алмаш-тилмәш Хөкүмәт рәйесе Д. А. Медведевты һәм финанс министры А. Г. Силуановты күрһәттеләр. Икеһе лә тыныс күренде, тимәк, аҡса бар, түләүҙәр буласаҡ, тип ышанырға ҡала.