Хәҙер башлана инде Башҡортостан менән Татарстанды сағыштырыу һәм һәр ҡайһыһының өҫтөнлөктәрен, булған һәм булмаған кәмселектәрен барлау. Шуныһы ҡыҙыҡ, беҙҙә – Татарстанда тормош яҡшыраҡ, ә Татарстанда Башҡортостан мул йәшәй, тип иҫәпләүселәр нисбәте бер сама икән. Ғәжәпләнергә түгел, күрше булыу өҫтөнә, Рәсәй һымаҡ ҙур һәм ҡеүәтле дәүләттә йәшәйбеҙ бит. Тимәк, яҙмыштарыбыҙ ҙа, күрмештәребеҙ ҙә уртаҡ.
Шулай ҙа беҙҙе берләштергән һәм аҙмы-күпме айырған бер нисә күрһәткес
бар. Әйтәйек, Башҡортостанда йыл һайын 12 миллион тоннаға тиклем нефть
сығаралар, ә Татарстанда был һан 30 миллион тоннанан ашыу тәшкил итә. Һалымдар
ҙа, бюджет та артығыраҡ туплана. Башҡортостан халҡының 39 проценты самаһы
ауылда көн итә, ә Татарстанда был күрһәткес 25 процент тәшкил итә. Ауыл
халҡының йәшәү кимәлен, тормош шарттарын үҙегеҙ беләһегеҙ һәм һығымталарҙы