Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
21 Февраль 2019, 11:22

Ил-йортобоҙға тағы оло ҡайғы килде. СССР-ҙың халыҡ артисткаһы Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәкова арабыҙҙан китте.

Башҡорт Дәүләт академия драма театрында иртәгәкөҙгөләрҙе тағы ла ҡаплаясаҡтар.

Халыҡ артисы Заһир Вәлитовты оҙатыуыбыҙға тәүлек тә үтмәне, тағы ҡайғылы хәбәр. Гөлли Арыҫлан ҡыҙы хаҡында бары тик һоҡланыу аша ғына һөйләргә мөмкин. Ғәжәйеп талантлы театр һәм кино актрисаһы, уның һәр роле һоҡландырғыс мәңгелектең ҡабатланмаҫ бер өлөшө, күптәр өсөн әсәй һымаҡ яҡын педагог һәм әхирәт. Уның ғүмер юлы милли театрыбыҙ яҙмышынан айырылғыһыҙ булды. Беҙ уның менән ғорурлана, шундай йондоҙобоҙ булыуына ҡыуана инек.
Бәхил булығыҙ, бөйөк сәхнә оҫтаһы. Беҙ һеҙҙе һәр ваҡыт һоҡланып иҫкә алырбыҙ.
Читайте нас: