Ә ауылдарҙа яңы фермер хужалыҡтары үҙ мәшәҡәттәренән арына алмай. Урындағы үҙидаралыҡ органдарын үҫтереү талаптарына ярашлы, хәҙер биләмәләрҙә ауыл старосталары эшен көйләү ихтыяжы барлыҡҡа килде. Старосталар законлы статусҡа эйә буласаҡ, быға тиклем улар үҙҙәренең эштәрен йәмәғәт башланғысында ойошторҙо. Хәҙер старосталар эштәрен закон буйынса алып барасаҡ, уларҙың бурыстары, хоҡуҡтары, вәкәләттәре билдәләнде. Һис шикһеҙ, старосталарҙың үҙ вазифаларына яуаплы ҡарауы ауылдарҙа йәшәүселәрҙең тормошон ойоштороуға булышлыҡ итәсәк.