Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
20 Февраль 2019, 13:16

Сибайҙы Өфө эргәһенән түгел, Урал аръяғынан эҙләгеҙ. Бының өсөн географияны яҡшы белергә кәрәк.

Сибайҙағы ваҡиғаларҙан сәйәси капитал эҙләгәндәр ҡаланың исемен беренсе тапҡыр ишетә һәм унда юлланыр өсөн Өфө аэропортына төшә икән. Ә иң уңайлы юл Магнитогорск аша, Сибайға 1 сәғәт, 20 минутлыҡ юл.

Һуңғы көндәрҙә Магнитогорск аэропортында йәй генә була торған йәнлелек. Бөгөн 250 бала һәм уларҙы оҙатып йөрөүсе табиптар һәм педагогтарҙан тупланған 29 кеше Ҡырымға осто.
Сибай балалары ярымутрауҙың “Хыял” санаторийында ял итәсәк. Уларҙы бында бассейн, дауалау саралары, ҡояшлы саф һауа, көнөнә биш тапҡыр туҡланыу, экскурсиялар көтә.
Ял итеүселәр исемлеген төҙөү етди йәмәғәт контроле шарттарында барҙы, ошо йәһәттән бәхәстәр ҙә булып алды. Һәр хәлдә, дауаланыуға һәм ял итеүгә тик мохтаждар ғына йәлеп ителгәндер, тип уйларға нигеҙ бар.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Сибайҙан 500 уҡыусыны Ҡырымда ял иттереү хаҡындағы
тәҡдим ошо республиканың башлығы Сергей Аксенов тарафынан ғинуар баштарында
Башҡортостанға эш сәфәре ваҡытында яһалғайны. Республика етәксеһе Радий Хәбиров
тәҡдимде ҡабул итте һәм Ҡырымға барыуҙы һәм ҡайтыуҙы ойоштороуҙы үҙ өҫтөнә
алды.
Читайте нас: