Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
20 Февраль 2019, 11:56

Швабра менән дауалау карьера өсөн зыянлы икән. Дауаханала һынған аяҡтар өсөн 1-2 таҡта ла таба алмаған баш табиптар өсөн ниндәй дәртләндереү сараһы ҡулланырға?

Мәғлүмәт саралары кемуҙарҙан швабра менән һынған аяҡты нығытып ҡуйыуҙы һүрәтләгән арала был мәсхәрәнең тәүге ҡорбаны билдәле булды. Хирургты эшенән ебәргәндәр.

Беҙ табиптың фамилияһын белмәйбеҙ, ләкин беҙҙә тантана тойғоһо юҡ. Сөнки хирургты эшенән ебәреп, юғарыла ултырғандар үҙҙәренең тиреһен һәм шаҡтай юғары эш хаҡын һаҡлап ҡалманылармы икән?
Дауаханала һынған аяҡтарҙы нығытып ҡуйыу өсөн махсус шина, һис юғы бер
нисә йоҡа таҡта (тик швабра түгел) тотоуға кем яуап бирә? Кушнарен оло юл
өҫтөндә, Өфө – Ҡаҙан – Мәскәү маршруты ҡайнап тора. Үкенескә ҡаршы, авариялар
ҙа булғылай. Бәләгә тарығандарҙы иң тәүҙә Кушнарен район үҙәк дауаханаһына
килтерәләр. Уларға нисек ярҙам итәләр икән?
Читайте нас: