Драматургтар иң тәүҙә секцияның рәйесе вазифаһына Сәрүәр Суринаны раҫланы һәм ағымдағы хәл-ваҡиғалар хаҡында фекер алышты. Республикабыҙҙа Театр йылына старт бирелеүе ыңғай күренеш булараҡ баһаланды. БР Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтайҙа театр сәнғәте торошона арналған ултырыштың үтеүе лә һәйбәт күренеш. Тик был сараларҙа, төрлө кимәлдәге етәкселәрҙе һәм депутаттарҙы иҫәпкә алмағанда, драматургтарҙың ҡатнашыуы тойолманы. Бәлки, пьеса яҙыу менән шөғөлләнгәндәрҙең фекере, уларҙың ихтыяждары берәүҙе лә ҡыҙыҡһындырмағандыр.
Шуға ҡарамаҫтан, драматургтар үҙҙәрен ситкә тибелгән итеп тоймай, ижад итә һәм өр-яңы премьералар менән ҡыуандыра. Улар артабан да ижад итергә, Театр йылында әүҙем ҡатнашырға әҙер.