Яңыраҡ бер мәғлүмәт уҡыным, Бельгияла заманында Гитлер сәйәсәтен хуплағандарға махсус пенсия түләгәндәр. 1941 йылдан бирле шул аҡсаны алыусылар бар икән.
Ниндәйҙер фашист эйәрсәндәренең пенсия алыуы мине бөтөнләй ҡыҙыҡһындырмаҫ ине, әгәр үҙебеҙҙекеләрҙең, йәғни, еңеүселәрҙең күпме пенсия алыуын бер аҙ белмәһәм. Дәүләт мөмкинлектәрен иҫәпкә алһаҡ, ябай пенсионерҙарҙың 10-12 меңгә йәшәүен белһәк, һуғыш ветерандарына аҙ түләмәйҙәр.
Яңыраҡ ишетелеп ҡалды, Хөкүмәт ветерандарға майҙа, еңеү хөрмәтенә, унар мең һум өҫтәргә теләй. Бик мәслихәт. Ә бына һуғыш ветерандары статусына тигеҙләнгән тыл ветерандары был аҡсаға лайыҡ түгелме? Бәхәстәр ҡуйыра. Бәлки, өҫтәп тә ҡуйырҙар. Бәхәсләшмәй, инәлтмәй, тауыш күтәрмәй хәл итһәләр ҙә булыр ине.
Ә теге еңелеүселәр, Бельгиялағы фашист ярҙамсылары, күпме ала һуң? Белмәйем, әҙме икән, күпме икән, беҙҙең аҡсаға күсерһәң, 31800 һумдан 95500 һумға тиклем.
Һығымталарҙы үҙегеҙ яһағыҙ.