Ағиҙел
-5 °С
Болотло
ӘҘӘБИӘТ
ЙӘМҒИӘТ
ӘҘӘБИ ЯҢЫЛЫҠТАР
ВК
ТЕЛЕГРАМ
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
20 Февраль 2019, 11:42
Бер шофер шиғыр уҡый, ә икенсеһе уҡыусы ҡыҙ баланы һыуыҡта ултыртмай.
Беҙҙең арала төрлө кешеләр бар. Ә бына “ProUfu” сайтының хәбәрсеһенең күҙенә “Лидер” такси хеҙмәте водителенең шиғыр уҡыуы ҡолағына салынған. Ысынлап та, 47 йәшлек Дмитрий Лысков үҙе хеҙмәтләндергән пассажирҙарға юл ыңғай шиғырҙарын уҡый икән. Хатта ҡайһы ваҡыт пассажирҙар шиғырҙар өсөн өҫтәп аҡса ла ҡалдыра икән. Дмитрий Лысковтың шиғырҙары менән беҙ ҙә таныштыҡ.
Ә бына Ҡыйғы районында уҡыусыларҙы ташыған автобус водителе уҡыусы ҡыҙ баланы сатлама һыуыҡта “һин исемлектә юҡ” тигән һылтау менән ултыртмаған. Икенсе класс уҡыусыһына шаҡтай араны йәйәүләргә тура килгән. Баланың әсәһенә тейешле органдарға мөрәжәғәт итеүҙән башҡа сара ҡалмаған.
Шиғыр уҡыған водитель менән мәктәп автобусын йөрөтөүсе араһында айырма ер менән күк һымаҡ. Автобустарға водитель һайлағанда, бәлки, уларҙың кешелек сифаттарына ла иғтибар итергә кәрәктер?
Читайте нас:
Новости партнеров
1 ғинуарҙа саҡ үлемдән ҡалған
На уровне молекул
“Ана капиталы” акчасы калган иде