Шунан һуң беҙ повесты “Ағиҙел” журналы сайтына һәм “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге төркөмөбөҙгә ҡуйҙыҡ. Тәүҙәрәк уҡыусы әҫәргә битараф һымаҡ тойолғайны, күләмле повесты сайтта уҡыу еңел түгел, уҡыусылар һаны 20-30-ҙан артманы. Күптән билдәле, уҡымлы повесть өсөн реклама – әҫәр үҙе. Аҙаҡ ғәжәпкә ҡалдыҡ, ял көндәрендә “Кисенбикә юлы”н йөҙәр кеше уҡыны.
Ҡыҙыҡһыныу әле лә кәмемәй. 20 февралдең иртәһенә 2324 кеше уҡыған. Тимәк, халыҡ уҡымай, әҙәбиәтте яратмай, китап яҙыр заман түгел тигәндәр хаталана. Беҙҙеңсә, Кисенбикәнең яҙмышы менән таншышҡан 2324 кеше – аҡҡа төшөрһәк, 2324 самаһы китап. Зауыҡ үҙгәрә, кешеләр уҡыуға элеккесә әүәҫ, китап уҡырға ваҡыттары юҡ, әҙәбиәт менән компьютер, смартфон, планшет аша таныша. Беҙ быныһына ла риза, сөнки ижад итеүҙән башҡа һөнәребеҙ юҡ.