Еңелсә фараз ҡылып, Башҡортостанға 15-тән түбән, уның ҡарауы, 25-тән юғарыраҡ урын билдәләгәйнек. Үкенескә ҡаршы, юрағандарыбыҙ раҫланды, беҙ 25-се урында, 2017 йыл менән сағыштырғанда, бер баҫҡысҡа түбән төшкәнбеҙ. Ҡыуанырғамы, ҡайғырырғамы, әллә уйланырғамы?
Тимәк, 25-се урын. Әле яңы ғына, 8-9 йыл элек, Рәсәй буйынса тәүге өсәү, тәүге бишәү, тәүге унау иҫәбендә маҡталған республикабыҙ хәҙер килеп, беҙгә һис тә абруй өҫтәмәгән урында икән. Был урын элекке хакимиәттең эшмәкәрлегенә күп яҡлы һығымта һәм хөкөм ҡарары һымаҡ.
Шуныһы өмөтләндерә, хәҙерге етәкселек булған етешһеҙлектәрҙе хәл итеү, халыҡтың тормошон яҡшыртыу, етештереүҙе күтәреү, инвестициялар йәлеп итеү һ.б. буйынса эшләй.
Башҡортостан көслө, мөмкинлектәре ҙур булған республика. Беҙгә хәҙерге хәлдән һәм күрһәткестәрҙән төплө анализ яһарға һәм ең һыҙғанып, эшләргә кәрәк.