Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
19 Февраль 2019, 16:37

Ғәҙилә Мөҙәрис ҡыҙы дөрөҫ әйтә: “Кешенең кеҫәһендә соҡонорға ярамай”. Беҙ риза, күпме эшләгән, шул тиклем түләһендәр.

Уҡыусыларыбыҙға рәхмәт, беҙҙе ваҡытында төҙәтеп торалар. Шуға беҙ мәсьәләне икенсе ҡабырғаһынан килтереп ҡуйырға булдыҡ. Мәҫәлән, һеҙ эшләгән ойошма, учреждение, предприятие, контора һеҙгә күпме эш хаҡы түләй ала? Юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары, ассистенттар, лаборанттар зарлана – ифрат аҙ түләйҙәр икән. Ә бына хужалары, ректорҙар, күпме эш хаҡы ала.., ғәфү итегеҙ, ректорҙарға күпме түләйҙәр икән?

Иң аҙы Көньяҡ Урал гуманитар педагогик университеты ректоры вазифаһын башҡарыусы ханымға йылына 670 мең һум түләйҙәр. Ә иң күбе – йылына 248 милион һум ­эш хаҡы Санкт-Петербург Тау университеты (эйе, тап Исмәғил Тасимов исемле башҡорт ойошторған уҡыу йорто) ректоры Владимир Литвиненко иҫәбендә. Ныу, кем әйтмешләй, аңлатмаһыҙ ғына. Һәр хәлдә, һиңә кемдәрҙер ай һайын 20 миллиондан күберәк түләһен өсөн көн һайын ҙур-ҙур тауҙар аҡтарырға риза булырһың. Ярай, аҡсалары булғас, түләйҙәрҙер.
Ә бына Ҡаҙан федераль университеты ректорына бик баҫалҡы эш хаҡы ҡуйған, йылына 8 600 000 һум ғына.
Үҙебеҙҙә, Башҡортостанда эштәр нисек тора? БДАУ ректоры йылына 2 100 000 һумға ҡәнәғәт. Белмәйем, бындай эш хаҡына Илдар Ғәбитовтан башҡа кеше риза булып йөрөр инеме икән? БДМУ ректоры Валентин Павловҡа 2 600 000 һум, БДУ ректоры Николай Морозкинға 3 800 000 һум, ӨДНТУ ректоры Рәмил Бәхтизингә 4 200 000 һум түләйҙәр. Иң күп эш хаҡы ӨДАТУ түләй. Николай Криониҙың эш хаҡы 5 200 000 һум, йәғни. Уртаса айлыҡ эш хаҡы 433 000 һумдан күберәк.
Һығымталарҙы үҙегеҙ яһағыҙ.
Читайте нас: