Сигналдарын ялпылдатып килеп төшһәләр, шыш та юҡ, быш та юҡ, хатта төтөн дә күренмәй. Уның ҡарауы, дөрләп янырға тейешле өй эргәһендә бер ҡатын һин дә мин йөрөп ята. Ҡайҙа яна, тип һорайҙар. Ҡатын күкрәгенә күрһәтеп: “Бында яна, йөрәгем яна”, – тип яуап бирә.
Янғын һүндереүселәргә ялған саҡырыу теркәүҙән башҡа сара ҡалмай. Бәлки, икенсе тапҡыр тиҙ ярҙам саҡырырға, йә, Базилеевкаға (Тәүбә! Тәүбә!) мөрәжәғәт итергә кәрәктер.