Уйынға 7 март 15 сәғәттә йомғаҡ яһаласаҡ. Бер түгел ике телевизор, 20 пар китап, Рәлиф Кинйәбаевтың пьесаларын әйтәбеҙ, һеҙҙе түҙемһеҙләнеп көтә. Аллаһ бойорһа, Айгиз Баймөхәмәтовтың телевизоры ла килеп етер. Күрмәнегеҙме, ҡайттымы икән?
Уйындың асыҡлығын һәм ғәҙел үтеүен күрергә теләүселәр, алда әйтеүебеҙсә, ваҡыттары булһа, 7 март 15 сәғәткә “Ағиҙел” һәм “Һәнәк” редакцияларына килһә, шәп булыр ине. Кем белә, бәлки бүләк отоп та ҡайтырһығыҙ.