Иң аҙаҡҡы ун төбәк иҫәбендә – Ҡабарҙы-Балҡар, Бүрәтстан, Йәһүд автономиялы өлкәһе, Ҡурған өлкәһе, Алтай, Ҡалмыҡстан, Ингушстан, Байҡал аръяғы крайы, Ҡарасәй-Черкес, Тыва республикалары.
Былтырғы күрһәткестәрен яҡшыртҡандар иҫәбендә Магадан, Амур, Мурманск, Ырымбур өлкәләре, Төнъяҡ Осетия һәм Сахалин. Ә бына Тамбов өлкәһе, Алтай крайы, Красноярск, Удмурстан, Сыуашстан йәшәү шарттарын байтаҡҡа түбәнәйткән.
Ә беҙҙең тыуған Башҡортостан нисәнсе урында һуң? Беҙ файҙаланған мәғлүмәт сығанаҡтары әлегә ентекле һәм тулы таблицаны тәҡдим итмәне. Фараз ҡылыуыбыҙса, беҙҙең республиканың урыны 15-тән түбән, уның ҡарауы, 25-тән юғарыраҡ булырға тейеш. Ни хәл итәһең, нисек йәшәйбеҙ, шундай урын биләйбеҙ.