Был фекерҙе үҙебеҙсә ябайлаштырып аңлатабыҙ. Эйе, Рәсәйҙә бөгөнгө көндә 20 миллионлап аҙ килемле иҫәпләнә. Был кешеләр Рәсәй Хөкүмәтенә абруй өҫтәмәй.
Шуға ҡарамаҫтан, шайтан алғыры, халыҡ һаман да йәшәргә тырышып ята: балаларына фатирҙар, автомобилдәр, ер участкалары һатып алырға ярҙам итәләр. Ә аҡса ҡайҙан килә?
Ә Хөкүмәт күпселектең еләк-емеш, йәшелсә менән сауҙа итеүен, тимәк, өҫтәлмә табыш алыуын яҡшы белә. Ҡарауылсы, консьерж, йыйыштырыусы, иҙән йыуыусы, дворник, бала ҡараусы, репетитор урындарын, әлбиттә, рәхәт һәм мул тормоштан түгел, был пенсионерҙар баҫып алып бөттөләр һәм һалым түләмәйенсә аҡса эшләйҙәр. Хатта, байҙар һымаҡ йәшәйҙәр. Ә күләгәләге иҡтисадта эшләүселәрҙе яҡтылыҡҡа сығарғанда, фәҡирҙәр һаны ҡырҡа кәмейәсәк. Тимәк, пенсияларҙы һәм түләүҙәрҙе арттырыуға ихтыяж тулыһынса юҡҡа сыға.
Беҙҙең редакцияла ла күҙәтелә ундай хәл, йылына бер мәҡәләһе сығып, йөҙ тәңкәме, мең тәңкәме гонорар алған пенсионер шунда уҡ эшләүселәр категорияһына эләгә һәм пенсияһын индексациялауҙан мәхрүм ителә, йылына 4-5 мең пенсияһын юғалта. Ошо ла булдымы ғәҙеллек?