Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
15 Февраль 2019, 19:52

Салауат Юлаев премияһы лауреаты, “Ағиҙел”дең бүлек мөхәррире, шағир һәм драматург Салауат Әбүзәр тағы бер еңеү яуланы.

“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто Дәүләт унитар предприятиеһы 2018 йылда “Социаль селтәрҙәрҙә иң яҡшы журналист” конкурсына йомғаҡ яһаны.

Салауат Юлаев премияһы лауреаты, “Ағиҙел”дең бүлек мөхәррире, шағир һәм драматург Салауат Әбүзәр лайыҡлы рәүештә икенсе урын алды һәм 20 мең һум премия менән бүләкләнде. Еңеүсе ҡәләмдәшебеҙҙе ысын күңелдән ҡотлайбыҙ, өр-яңы ижади еңеүҙәр көтәбеҙ.
Еңеүсенең сәсмә һәм шиғри формалағы әҫәрҙәрен, әҙип мәҙәктәрен “Ағиҙел” журналы сайтында (https://agidel.rbsmi.ru/) һәм журналдың “Бәйләнештәге” төркөмөндә бер ниндәй сикләүһеҙ уҡый һәм ҡарай алаһығыҙ. Бергә булайыҡ, дуҫтар! Еңеүсе эшләгән сайтҡа яҡындарығыҙҙы, дуҫтарығыҙҙы яҙылырға саҡырығыҙ!
Читайте нас: