Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
15 Февраль 2019, 17:19

Маршрутка водителдәренең миллиондар менән эш итеүе тураһындағы хәбәр ысын булмағайы. Таныҡлығынан мәхрүм ителгән водитель бер нисә көн эсендә 500 мең һум аҡса килтереп, бурысын ҡаплаған.

Эш былайыраҡ тора: Өфөнән бер водитель 2010 йылдан бирле ике бәлиғ булмаған бала өсөн алимент түләй, ә 2014 йылда аҡса күсереүҙән баш тарта. Суд приставтары 375 мең һумлыҡ бурысты әүҙем генә юллай башлай.

Алиментсыны 7 айға хоҡуҡ төҙәтеү эштәренә хөкөм итеү аҙмы-күпме файҙа бирә, ул, илке-һалҡы булһа ла, аҡса түләй, әммә бурыс артҡандан-арта.
Суд приставтары водитель таныҡлығын тартып ала, сит илгә юлын яба. Маршрут автобусы водителе булып рәсми теркәлмәйенсә эшләгән иргә бер нисә көн эсендә бурысын – 500 мең һумдан күберәк аҡсаны – түләүҙән башҡа сара ҡалмай.
Хәҙер иҫәпләп сығарығыҙ, 500 мең һум бурысты ҡайтарыу өсөн кешегә ай һайын күпме эш хаҡы алырға кәрәк? Булдымы? Ә йәшәр һәм эшләр өсөн дә түләргә кәрәк.
Читайте нас: