Дөйөм Рәсәй рейтингында Радий Хәбиров Мәскәү мэры Сергей Собянин, Санкт-Петербург башлығы Александр Беглов, Силәбе губернаторы Борис Дубровский, Мәскәү өлкәһе губернаторы Андрей Воробьёвтан һуң килә.
Радий Хәбировтың Башҡортостанда тупланған етешһеҙлектәрҙе хәл итеүҙәге эшмәкәрлеге, республика министрлыҡтарын етди тәнҡитләүе, Сибай буйынса әйткән фекерҙәре, быйылғы һайлауҙарға “Берҙәм Рәсәй” менән бергә барырға теләүе уның файҙаһына теркәлгән.