Нисек кенә һыуыҡ һәм буранлы булмаһын, был ҡышты ла “ослап” киләбеҙ. Бер ҡараһаң, тормош улай уҡ ауыр ҙа түгел һымаҡ, һәр кем эш менән мәшғүл, булғанына шөкөр ҡылайыҡ. Беҙ сыҙамлы халыҡ, тормошобоҙҙа ауырыраҡ саҡтар ҙа булды.
Ана, төнө буйы ҡар яуҙы, беҙ урамға сығыуға, таҙартып та ҡуйғандар. Һис тә насар түгел. Ял көндәре лә ҡарлы-буранлы булыр, тинеләр. Аллаһ бойорһа, быныһын да үткәреп ебәрербеҙ.
7 мартҡа ла күп ҡалмай, бына ғына тора, отошло уйынға ҡушылырға ваҡыт бар әле. 16 меңләп кеше күргән, әлегә 279 кеше ҡатнашырға теләк белдергән, һөҙөмтәләр беҙ көткәндән яҡшыраҡ.
Әйткәндәй, бөгөн әҙәбиәт һөйөүселәр араһында әүлиәләр хаҡында китаптары менән лайыҡлы ихтирам яулаған Лира апай Яҡшыбаеваның тыуған көнө, ҡотлайбыҙ һәм уңыштар теләйбеҙ.