Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
15 Февраль 2019, 11:28

2035-2040 йылдарҙа һеҙ пенсияға сығаһығыҙ. Һеҙҙең пенсия күләме күпме буласаҡ?

Рәсәй Пенсия фонды етәксеһе Антон Дроздов “Сочи-2019” форумында “Минең пенсиям” проектың тормошҡа ашырыу хаҡында белдерҙе. Уның билдәләүенсә, был проект быға тиклем пенсия стажы булған, ләкин пенсияға тиклем 15-20 йыл ҡалған кешеләргә тәғәйенләнгән.

Беҙҙеңсә, бик шәп һәм ымһындырғыс сара. Һин баш күтәрмәй эшләйһең, эш биреүсе аҡсаңдың тос ҡына өлөшөн Пенсия фондына күсереп бара, ә һин сайт аша күпме пенсия алырыңды белеп тораһың. Аҡса күсергән һайын, һин аласаҡ пенсия арта бара. Антон Дроздов билдәләүенсә, программа кешеләрҙе етештереүсәнле эшләүгә дәртләндерәсәк һәм пенсия страховкалауының өҫтөнлөктәрен тулы кимәлдә раҫлаясаҡ.
Әлбиттә, ҡағыҙҙа шып-шыма, ә соҡор-саҡыр тураһында берәү ҙә өндәшмәй. Мәҫәлән, Пенсия фондының тулыланыуы ауырлыҡ менән хәл ителә, күләгәләге иҡтисад быуа, кешеләр эш хаҡын конвертта алыуҙы отошло тип иҫәпләй һ.б.
Читайте нас: