Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
14 Февраль 2019, 10:43

Отош һәм отошло уйындар хаҡында. Беҙҙең уйын ҡомарлы түгел, тимәк, һеҙгә зыяны ла юҡ.

Төрлө бүләктәргә ҡоролған ҡомарлы уйындар тормошобоҙға ныҡлап үтеп инде. Был эш беҙҙең өсөн дә ят түгел, ниңә “Ағиҙел” һәм “Һәнәк” журналдары уҡыусылары мәхрүм ҡалырға тейеш? Тауар әйләнеше тиҫтәләрсә миллиард һумға еткән эре сауҙа нөктәләре лә бының менән шөғөлләнә һәм ябай ғына итеп тауарҙы халыҡ араһына этәреү, йәғни таратыу тип атай. Беҙ ҙә журналдарыбыҙҙы пропагандалау йәһәтенән һеҙҙең менән бергә эш башланыҡ. Телевизор ана ултыра, китаптар теҙелеп ята.

Хәҙер һеҙгә отошло уйындар хаҡында үҙебеҙ белгәнде еткерергә тырышырбыҙ. Һеҙҙең отоу мөмкинлеге, ихтималлығы күпкә юғарыраҡ. Беләһегеҙме, ни өсөн? Мәҫәлән, ил кимәлендә дәүләт менән бергә үткәрелгән лотерея, лото, спринт һ.б. уйындарҙа тиҫтәләрсә милион кеше ҡатнаша, ә отоусылар тиҫтәләп кенә иҫәпләнә. Тимәк, ҡара иҫәп менән һанаһаҡ, 500 мең кешенән, йәки миллиондан берәүгә, йәки бер нисәүгә бәхет йылмая. Күрәһегеҙме, күп түгел. Задорнов әйтмешләй, уйнаусыларҙың, отоуға ҡарағанда, машина аҫтына эләгеү ҡурҡынысы (һеҙҙе хоҙай һаҡлаһын!) күпкә юғарыраҡ. Шайтан алғыры, дөрөҫ әйтә. Сағыштырыус өсөн миҫал, әйтәйек, Өфө ҡалаһында көн һайын юлға 230 мең самаһы автомобиль сыға һәм юлдарҙа нимә генә ҡылынмай. Уртаса бер-ике кеше автомобилдән зыян күрә. Шуны юғарылағы 500 мең кеше менән сағыштырып ҡарағыҙ һәм һығымтаны үҙегеҙ яһағыҙ.
Ә беҙҙең уйынсыларға хәүеф түгел, киреһенсә, отоу шатлығы “янай”. Йәшермәйбеҙ, беҙ яҙылыусыларыбыҙҙың өс меңгә тиклем артыуына иҫәп тотабыҙ. Беҙҙең сайт (agidel.rbsmi.ru) әлегә йәш, яңы турыға һәм көс туплай, күптәр уны белмәй. Иртәнге сәғәт 9-ға ете меңләп кеше уйынды күрҙе, 270-ләбе – “лайыҡ” ҡуйҙы, 143 дуҫыбыҙ әүҙем рәүештә ҡатнашырға иҫәбе барлығын белдереп, тәүге шарттарҙың береһен үтәне – яҙманы үҙенә күсереп тә ҡуйҙы. Әлеге тиҙлек менән уйнаһаҡ, 7 мартҡаса өс меңдән ашыу интернет ҡулланыусы ҡатнашасаҡ. Хәҙер тағы сағыштырабыҙ. Әлегә 2 төҫлө заманса һанлы телевизор, Рәлиф Кинйәбаевтың пьесаларының 20 дана ике томлығы өсөн өс меңләп кеше уйынға сыға. Иң юғарылағы 500 мең кешене, һеҙгә янаған 230 мең автомобилде һәм беҙҙең 3 меңде сағыштырып ҡарағыҙ. Һеҙҙең мөмкинлектәр йөҙҙәрсә тапҡыр юғарыраҡ. Шулай булғас, уйынға ҡыйыуыраҡ ҡушылығыҙ. Әгәр хаталанһаҡ, һеҙҙең төҙәтмәләрҙе рәхәт тойғолары менән ҡабул итәсәкбеҙ. Әйткәндәй, был яҙма ябай түгел, унда ла бер хикмәт бар. Шуны өҫтәйек, әлеге уйын беҙҙең күп баҫҡыслы сараның башы ғына. Тимәк, алда һеҙҙе яңы уйындар, яңы бүләктәр көтә, ә һеҙҙең отоу мөмкинлеге артҡандан-арта бара.
Читайте нас: