Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
13 Февраль 2019, 19:06

Урам исеме бар, һәйкәле әҙер, ҡасан ҡуйылыр икән? Рәсәй федерализмына нигеҙ һалыусы дәүләт эшмәкәре һәм ғалим һәйкәленә урын табылырмы?

Быйыл Башҡорт Автономияһының ойошторолоуына йөҙ йыл тула. Тарихты һәм яҙмышты хәл итер быуат ваҡиғаһының авторҙарының береһе Зәки Вәлиди, үкенескә ҡаршы, әлеге көнгә тиклем лайыҡлы баһа алғаны юҡ.

Эйе, үҙәк урамдарҙың береһенә Өфө ҡала советы депутаттарының тәҡдиме менән Әхмәтзәки Вәлиди исеме бирелде, тыуған ауылы Көҙәндә йорт-музейы бар, китаптары нәшер ителә. Тик был ғына етәме?
Бынан йөҙ йыл элек тарҡалған Рәсәй киңлектәрендә иң тәүге автономияны иғлан иткән, ҡан ҡойошло Граждандар һуғышында ҡыҙылдарҙың еңеүенә хәл иткес өлөш индергән, аҙаҡ, большевиктар сәйәсәте менән ризалашмайынса, эммиграцияға китергә мәжбүр булған бөйөк шәхес Өфөнөң иң матур баҡсаларының береһендә һәйкәлгә лайыҡ. Был хаҡта һүҙ күптән йөрөй, ләкин, тормошҡа ашырыуға килгәндә, яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алырға теләүсе юҡ. Әгәр Әхмәтзәки Вәлидигә һәйкәл быйыл да ҡуйылмаһа, байрам сараларында быны халыҡҡа нисек аңлатырға?
Ә һәйкәлдең үҙенә килгәндә, ул әҙер һәм үҙ сәғәтен көтә. Уның авторы – скульптор Рафаил Нариман улы Зинуров. Автор хаҡында бер кәлимә һүҙ. Билдәле сәйәсмән, сенатор, тарихсы, юридик фәндәр докторы Рафаил Зинуровты беҙ яҙыусылар, журналистар, рәссамдар Союздары ағзаһы сифатында ла беләбеҙ.
Читайте нас: