Әлбиттә, бер Рәсәй өсөн ике президент күберәк, уларҙың береһе үҙ белдеге менән вазифаһынан баш тартырға тейеш һымаҡ. Ләкин күршеләрҙең арҡаһы ныҡ, мандатҡа тештәре-тырнаҡтары менән йәбешеп яталар. Оҙаҡламай, һайлау ҙа була, шикелле. Татарстандың Президенты “Ил башы”на әйләнерме, быныһын ваҡыт күрһәтер.
Ә инде, ысынға алған осраҡта, В. В. Путин менән Р. Н. Миңлехановтың мөнәсәбәттәре үтә яҡшы һәм ниндәйҙер “ойоштороу мәсьәләләре” ҡаралыуы бик шикле. Беҙ уйлап сығарған лаҡап түгел: бесәй ҙә килеп эләккән сысҡан менән уйнап алырға ярата бит.
Ә Дәүләт йыйылышында ҡаралған мәсьәләләр ифрат көнүҙәк ине. Әгәр улар тормошҡа ашһа, торлаҡ төҙөлөшөндә бығаса күрелмәгән ынтылыш яһаласаҡ. Йәл, дәүләт кимәлендәге эштәр ике киҫәтеү күләгәһендә өсөнсөмө, дүртенсеме кимәлгә күсте лә ҡуйҙы.